«Ваҡыт аша». Ошолай тип исемләнгән күргәҙмә бөгөн «Мега» сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда эшләне. Байрамға килеүселәр быуаттар дауамында янғын һүндереүҙә ҡулланылған техникалар менән танышты. Янғын хәүефһеҙлеге буйынса үткәрелгән сараларға йомғаҡ яһалды.
Ике кеше һыу һурҙырған, берәү торба менән утҡа һиптергән. Тарихтан билдәле булыуынса, янғын сыҡҡан ергә барыу өсөн хатта ҡала урамында ат менән йөрөүҙә тәртип боҙоусыларҙың малы ла файҙаланылған. Ауылдарҙа бындай ҡоролмалар 1960 йылдарға тиклем ҡулланылған.
Ат, мискә менән һыу ташып ҡыҙыл әтәскә ҡаршы көрәшеү автомобилдәр килеп сыҡҡансы дауам иткән. Күргәҙмәлә йылдан-йыл камиллаша барған янғын техникаһы ҡуйылған. Мәҫәлән, йорттар бейегерәк төҙөлгән һайын, ут һүндереү ҙә ауырлаша. Бының өсөн 42 метрға тиклем күтәрелә алырлыҡ автобаҫҡыслы транспорт бар. Һыу күләме лә биҙрәләп түгел, тонналап иҫәпләнә.
Сарала янғын хәүефһеҙлеге темаһына һүрәт төшөрөү һәм ҡул эштәре буйынса конкурс еңеүселәре тәбрикләнде. Белгестәр ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында беренсе ярҙам күрһәтеү алымдарын күрһәтте, шулай уҡ эксперттар янғынды тикшереү эше тураһында һөйләне. Ойоштороусылар әйтеүенсә, күргәҙмә башлыса йәш быуын өсөн тәғәйенләнә. Майҙанға меңдән ашыу кеше килгән һәм уларҙың 800 тирәһе кескәйҙәр.
Рәмилә Исмәғилева