Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығын билдәләү сиктәрендә Өфөнөң 46-cы лицейында тантана үтте.
Хәҙер лицей стенаһын Виктор Зотов батырлығы хаҡында иҫтәлекле таҡтаташ биҙәй. Белем усағына Дан орденының тулы кавалеры Виктор Зотовтың исеме мәңгеләштерелде. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны биш йыл дауамында белем усағында директор вазифаһын башҡарған. Алғы һыҙыҡта һуғышҡан яугир тарихтан уҡытҡан.
Хәрби -тактик әҙерлек һәм яҡшы физик тәрбиәгә етди иғтибар бүлгән. Лицей әле лә Дан орденының тулы кавалеры башланғыстарын дауам итә. Бында хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы асыҡлау маҡсатында эҙәрмәндәр отряды уңышлы эш алып бара.
Гүзәл Борханова