Үлемесле авария уҙған төндә Шишмә – Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлының 96-сы километрында теркәлгән. Төбәк автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Мәскәү өлкәһенән килгән водитель Кио Оптима автомобилендә юлға сыҡҡан атты бәрҙергән. Авария һөҙөмтәһендә машинаның алғы өлөшө һәм түбәһе йәмшәйгән.
Салонда 5 йәшлек ҡыҙ менән 2 йәшлек малай ултырған булған. Малай тән йәрәхәттәренән вафат булған. Водителгә табип ярҙамы талап ителгән. Уның әйтеүенсә, ат юлға ҡапыл килеп сыҡҡан, хайуан һәләк булған. Осраҡ буйынса тикшереү башланған. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә республика юлдарында 10 авария теркәлгән, уларҙа алты кеше һәләк булған, алтауһы йәрәхәтләнгән.