Республика йәмәғәтселеге олуғ ғалим, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәйҙең Почетлы юғары белем биреү хеҙмәткәре Тимерғәле Килмөхәмәтовты һуңғы юлға оҙатты. Филология фәндәре докторы, профессор 80-cе йәшендә арабыҙҙан китте.
Тимерғәле Әбделғәлим улының тормошо һәм ижад юлы илебеҙ тарихынан айырылғыһыҙ. Уның бала сағы һәм үҫмер йылдары ауыр һуғыш осорона тура килә. Әсәһенең берҙән-бер таянысы һәм терәге бик иртә ҡул араһына инә. Хеҙмәт юлын да тыуған колхозында башлай. Артабан Өфөлә студент йылдары. Һәләтле, тырыш егет аспирантураны һәм докторантураны Мәскәү дәүләт университетында тамамлай һәм һөнәри булмышын Башҡорт дәүләт университеты менән бәйләй.
Педагог, ғалимдың әҙәбиәт ғилеме, журналистика өлкәһендә уҡыусылары ла иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Рус телендә яҙған монографиялары, драматургия өлкәһендә фәнни эштәре лә үҙенсәлекле. Коллегалары уны егәрлелеген һәм эшлекле булыуын дәлилләй.
Ҡырмыҫҡалы еренең уңған улы Мөхөмәтсәлим Өмөтбаев ижадын һәм тормошон студент йылдарынан уҡ ентекле өйрәнеп кенә ҡалмай, диплом эшенә лә тәүәкәлләп тотона. Үҙе белем биргән студенттарына ул һүҙ ҡәҙерен белеүсе, милләт өсөн бөйөк эштәр башҡарыусы булараҡ ҡәҙерле.
Кешеләргә ихлас, студенттарына атайҙарса хәстәрлекле уҡытыусы, ғалим вафаты хаҡында ишетеп төрлө тарафтарҙан уҡыусылары ла хушлашырға килгән.
Абруйлы ғалим Тимерғәле Көлмөхәмәтов әҙәбиәт ғилемендә , журналистикала башҡа бер кемде лә ҡабатламаған юлы, фәнни әҙләнеүҙәре менән яҡты эҙ ҡалдырҙы. Яҙыусы, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре тыуған ауылы Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылы зыяратында ер ҡуйынына тапшырылды.