Башҡортостанда төбәк етәксеһе ҡарарына ярашлы 2 май Хәтер һәм иҫкә алыу көнө үткәрелә. Быйыл ул Пасха байрамына тура килеү сәбәпле, 3 майға күсерелде. Бөгөн республика зыяраттары тәртипкә килтерелде, биләмәләр йыйыштырылды.
Изге эште зыяратты йыйыштырырға килеүселәр доға ҡылыуҙан башланы. Бында һәр кемдең яҡыны, туғандары ята. Уны тәртиптә тотоу бурысы бар. Ә йылына бер – яҙ көнө өмә менән башҡарыу йолаға ингән. Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнөндә Баймаҡ ҡалаһы халҡы зыяраттарҙы тәртипкә килтерҙе. Сүп-сарҙан таҙартты, кәртәләрен буяны.
Баймаҡ янындағы 4 зыяратта ла өмә әүҙем барҙы. Ҡала хакимиәтенән 4 берәмек техника бүленде.
Иҙелбай ауылы зыяраты боронғоларҙан һанала. Бөгөн уны киңәйтеү буйынса халыҡтың һорауы ыңғай хәл ителде. Был тәңгәлдә эш 15 майҙан һуң башланасаҡ.
Кәртәләре тутыҡҡан, ҡәбер ташы ла ҡупҡан. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Василий Алексеевтың ҡәбере күптән ҡаралмаған. Фронтҡа егет 1942 йылда алынған. Бүлек командиры вазифаһында хәрби хеҙмәт юлы үткән. 1950 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан, өйләнгән, әммә балалары булмаған. Ветерандың ҡәбер ташы һәм кәртәһе буялды, тере сәскәләр һалынды.
Кушнаренко ауылындағы зыяратта Афған һуғышында ҡатнашҡан Наил Батыршиндың ҡәберенә айырым иғтибар бүленде.
Зыяраттарҙан ҡороған ағастар, сүп-сар сығарылды. Был эштә ойошмалар һәм эшҡыуарҙар ҙа әүҙемлек күрһәтте.
Рәмилә Исмәғилева