БЮТ журналисы Рөстәм Сиразетдинов Рәсәй-2021 экспедицияһында ҡатнашыуын дауам итә

Башҡортостан юлдаш телеканалы журналисы Рөстәм Сиразетдинов Рус география йәмғиәте ойошторған Рәсәй -2021 экспедицияһында ҡатнашыуын дауам итә. Сәйәхәтселәр инде алтмыш көн юлда.

Бөгөнгә улар илебеҙҙең көнбайыш сиктәре буйлап 3 мең ярым километрҙан ашыу юл үткән. Еңеү көнөн экспедиция Санкт-Петербургта ҡаршылаясаҡ. Июнь башына төньяҡ портҡа барып етеү ҡарала. Һуңынан экспедиция ағзалары велосипедтарынан Рәсәй боҙватҡысына күсеп, Төньяҡ диңгеҙ юлы буйлап Владивостокҡа табан йүнәләсәк.

Смоленскиға тағы ла 50 километр тирәһе ара ҡалды. Юлда ауыр, әлбиттә. Әммә маҡсатыбыҙ – маршруты тулыһынса үтеп, еңеү менән кире Сочиҙың Красная полянаһына ҡайтыу.

Рөстәм Сиразетдинов, журналист