Башҡортостанда урман янғындарына бәйле хәл ҡатмарлаша

Халыҡтың ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә вайымһыҙ ҡарашы һәм көслө ел менән ҡоро һауа шарттары уттың күҙ асып йомған арала таралыуына килтерә.

4 майҙа ғына республика урман фондында 7 янғын сыҡҡан, күп осраҡта ҡазаға кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы һәм рөхсәтһеҙ ҡоро үлән яндырыу сәбәпсе булған. Ошоно иҫәпкә алып Урман хужалығы министрлығы тәбиғәт ҡосағында кескәй генә осҡондоң да ҙур хәүеф тыуҙыра алыуы тураһында иҫкәртә.

Ведомство белгестәре республикала йәшәүселәрҙе янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Урман массивтарында янғын сыҡҡан осраҡтарҙа урман һағының 8 (800) 100-94-00 Берҙәм телефоны һәм 8 (347) 218-14-14 һандары буйынса министрлыҡтың төбәк диспетчер хеҙмәтенә шылтыратыу һорала.