Һатып алыусыларҙың һаулығын ҡайғыртып

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Хәүефһеҙ республика» проекты ағзалары сауҙа ойошмалары буйлап рейдҡа сыҡты. Иғтибар үҙәгендә санитар-эпидемиология талаптарының үтәлеше тикшерелде.

Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан тиҙ туҡланыу киосктары. Аяғөҫтө генә ҡапҡылап алырға теләүселәр сиратҡа баҫҡан. Әммә социаль дистанция һаҡланмай. Сауҙа ойошмаһы вәкилдәре лә санитар талаптарға һүлпән ҡарашта. Проект ағзалары иҫкәртеү яһағас ҡына ризыҡ әҙерләүселәр битлек кейергә ашыҡты.

Рейдҡа сығыусылар Өфөләге сауҙа үҙәктәренең беренһенә лә һуғылды. Ишек төбөндә температура үлсәгән хеҙмәткәр юҡ. Күп һанлы бутиктарҙағы һатыусылар ҙа битлек кейергә онота башлаған. «Хәүефһеҙ республика» проекты ағзалары билдәләүенсә, халыҡ уяулығын юғалтһа ла, коронавирус йоҡламай. Әле күпселек Европа илдәрендә сирләүселәр һаны артыу сәбәпле, карантин саралары көсәйтелә. Ауырыусылар Башҡортостанда ла кинәт артып китмәһен өсөн санитар талаптарҙы үтәү мөһим.

Рейдҡа сығыусыларҙың сауҙа ойошмаларын яуаплылыҡҡа тарттырыу тигән ниәте юҡ. Бының өсөн уларға вәкәләттәр ҙә танылмаған. Шуға иҫкәртеү менән генә сикләнергә тура килә. Әммә тирә-яҡтағыларҙың сәләмәтлегенә вайымһыҙлыҡ күренештәре тураһында мәғлүмәт Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығына еткереләсәк.

Рафиҡ Әхмәтшин