Баҡалы районында «Зарница» хәрби-патриотик уйындар ойошторолдо

Илһөйәрлек тәрбиәләп. Баҡалы районында «Зарница» хәрби-патриотик уйындар ойошторолдо. Онотолоп барған спорт сараһын тергеҙеү маҡсатында үткән уйындарҙа мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Малай-ҡыҙҙар командаларға бүленеп көс һынашты, теоретик белемен тикшерҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Автоматтан сәпкә атып мәргәнлектә көс һынашҡан егеттәр ярыштарға төплө әҙерләнгән, шуға ла үҫмерҙәрҙең күптәре атыш һынауҙарында баллдар туплаған. Баҡалы районында тәүге тапҡыр ойошторолған «Зарница» уйындарында малай-ҡыҙҙар тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресендә алған белемдәрен тикшерҙе.

Атышта ярышыу – «Зарница» уйындарында ҡаралған күнекмәләрҙең бер өлөшө генә. Махсус бүленгән майҙанға граната ырғытыу, ҡатмарлыҡтар дистанцияһын үтеү, ваҡытҡа йүгереү кеүек һынауҙарҙа малай-ҡыҙҙар командаларға бүленеп ярышты. Граната һәм шартлатҡыстар ысын булмаһа ла ярышта ҡатнашыусылар һәр күнекмәне етди ҡараш менән үтәне.

«Зарница» уйынында ҡатнашыусылар йәрәхәтләнгән кешегә тиҙ ярҙам күрһәтеү буйынса ла һынауҙар үтте. Яралы һалдатты носилкаға һалып санитарҙар һәләттәрен күрһәтте. Хәрби-патриотик марш һәм күңелле йырҙар уйындарҙы байрам кәйефендә үткәрергә булышлыҡ итте.

Баҡалы районында тәүге тапҡыр ойошторолған хәрби уйындар ике көн дауам итәсәк. Сара сиктәрендә малай-ҡыҙҙар гидробол уйынында ла көс һынашыр тип көтөлә. Пейнтболға оҡшаш ярышта йомшаҡ шарҙар менән атышып дөйөм мәрәйҙәр тупланғас ҡына еңеүсе команда билдәләнә.

Флорида Ким