Польшала тамамланған халыҡ-ара шашка буйынса чемпионатта еңеү яулаусы яҡташыбыҙ Тамара Танһыҡҡужина бөгөн иртән Өфөгә әйләнеп ҡайтты.
Мостай Кәрим исемендәге халыҡ-ара «Өфө» аэропортында спортсыны дуҫтары һәм яҡындары, хеҙмәттәштәре һәм ирекмәндәр, көйәрмәндәр ҡаршы алды. Башҡортостан спортсыһы көсөргәнешле ярышта Польша дәғүәсеһе Наталья Садовскаяны еңеп сыҡты.
Матч барышын Башҡортостанда Тамараның меңдәрсә дуҫтәры һәм көйәрмәндәре, ябай кешеләр күҙәтте, улар социаль селтәрҙәрҙә яҡташыбыҙға телкәтәшлек белдерҙе. Аэропортта шашка королеваһы менән фотоға төшөргә теләүселәр сиратҡа теҙелде. Тамара Танһыҡҡужина шулай уҡ уныи ҡаршы алыусыларға автографтар менән үҙенең тренеры Юрий Чертоктың «Шашка һөйөүселәргә» тигән китабын таратты