Хатта баҡсаларҙа ла. Башҡортостанда янғын хәүефһеҙлеге буйынса махсус режим индерелгән. Был осорҙа асыҡ һауала ут менән эш итеү бөтөнләй тыйыла. Юғиһә, штраф. Ҡотҡарыусылар был көндәрҙә шәхси йорттар, баҡса ширҡәттәрен тикшерә. Сираттағы рейдҡа БЮТ каналы хәбәрселәре лә ҡушылды.
Камераларға шәхси биләмәләргә рөхсәтһеҙ инергә ярамағанын яҡшы белә, ә бына был осорҙа иң мөһим хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иштемәгәндәр. Тик бына законды белмәү генә унан азат итмәй. Баҡса хужаһы тиҙ арала утты һүндерһә лә штрафтан ҡотола алмаясаҡ. Сөнки айырыуса хәүефле режим индерелгәндә яза ла ҡаты.
Инспекторҙар ерҙән дә һауанан да күҙәтә. Ҡош осар бейеклектән бәләкәй генә төтөн сығанағы ла яҡшы күренә. Дамира ханым һауала осҡан квадрокоптерҙы абайлаһа ла, утын һүндереп өлгөрмәне. Сикләүҙәр тураһында хәбәрҙар, әммә баҡсасылар ширҡәте рәйесе генә башты бутаған.
Ә бит баҡсасылар ширҡәте рәйесе үҙе үк янғын хәүефһеҙлеген хәстәрләргә бурыслы.Тик ул үҙе лә ҡағиҙәләрҙе белмәй булып сыҡты. Ул ғына ла түгел, тулыһынса иңҡар итеүе асыҡланды.
Рәйес үҙ вәкәләттәрен бөтөнләй белмәй булып сыҡты . Баҡсасылар ширҡәтенә етёкселек итеү эшенә, күрәһең, башҡа маҡсат менән тотонған. Ә хәүефһеҙлек талаптары бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай.
Бәлки штраф түләһә вәкәләткә йөкмәтелгән эштәр ҡыҙыҡһындыра башлар. Баҡсасылар ширҡәте рәйесе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығына әңгәмәгә саҡырылды. Ә асыҡ һауала ут яндырыусы баҡсасыларға 2 меңдән 4 мең һумға тиклем штраф түләргә тура киләсәк.
Айнур Кәбиров