Янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләре Хөкүмәт йортонда ла өйрәнелде

Район башлыҡтарына ут сығыу осраҡтарын кәметеү һәм уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса бурыстар йөкмәтелде. Шулай уҡ һыуҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе, ҡыулан яндырыуҙы ла шәхси контролгә алырға ҡушылды. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, янғын сығыуға башлыса кешеләр үҙҙәре ғәйепле.

Республикала урман янғындары менән көрәш дауам итә. Әлегә Башҡортостан биләмәһендә 104 гектар майҙанда 40 янғын сығыу осрағы теркәлгән. Шул иҫәптән 17 осраҡта ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу сәбәпсе булған. 22 ярман янғыны башҡа ерҙән ялҡын күсеү арҡаһында барлыҡҡа килгән. Тағы бер янғын техноген характерлы.