8 бала тәрбиәләүсе ғаилә әле туғандарында йәшәргә мәжбүр. Яңы өй һала башлаған ғаилә төҙөлөш материалдары менән ярҙам һорап республика халҡына мөрәжәғәт итте. Ут ҡапҡанынан ҡотҡарылған Нуруллиндар хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ун көн элек Нуруллиндарҙың ғәҙәти ял көнө ҡот осҡос хәл менән тамамланған. Соланда лампочка шартлап электр сымында ҡыҫҡа ялғаныштан ут сыға. Күҙ асып йомған арала бала-саға менән тулы йортто ялҡын ялмап ала.
Янғын һүндереүселәр Берештамаҡ ауылына илле минуттан ғына килеп еткән, сөнки ҡотҡарыусыларҙы Инйәрҙән көтөп алырға тура килә. Уттың төп өлөшөн ауыл халҡы үҙаллы һүндереп, ялҡындың мунса-һарайҙарға таралыуына юл ҡуймай. Тәҙрәнән һикереп сыҡҡан ғаилә бер ҡат кейемдә урамда тороп ҡала. Әле Нуруллиндар туғандарында йәшәп торорға мәжбүр.
Бөтә мөлкәттән малдары, мунсалары һәм кер йыуыу машинаһы ғына уттан зыян күрмәгән. Баҡса урынында ғаилә башлығы яңы өйҙөң нигеҙен күтәргән. Йорт һалырға ниәтләнгән Нуруллиндар төҙөлөш материалдарына аҡсаларҙы битараф булмаған кешеләр ярҙамы менән йыйған, әммә был сумма йорт күтәреүгә етмәй.
Ауылдаштары һәм ғаиләнең туғандары Нуруллиндар ғаиләһен тик яҡшы яҡтан телгә ала, уларға ваҡытлыса күрше урамдағы йортта йәшәп тороу мөмкинлеге лә бирелгән. Әммә ун кешенән торған ғаиләгә туғандарҙа йәшәү – ҡатмарлы һынауға тиң.
Янғында зыян күреп йортһоҙ ҡалған ғаиләгә ярҙам итеү өсөн экранда күрһәтелгән телефон номерына аҡса күсерергә мөмкин. Бәләгә тарыған Нуруллиндар өсөн ҙур булмаған ярҙам да ҡәҙерле, сөнки уртаҡ көс менән төҙөлөш материалдарына кәрәкле сумманы йыйып буласаҡ. Сабыйҙары менән уттан саҡ ҡотолоп ҡалған ғаилә битараф булмаған кешеләр ярҙамында киләһе йыл йортло булыр тип өмөтләнәйек.
Флорида Ким
4276 0600 3537 7327 - БАНК ИҪӘБЕ
8 (996)- 400-86-36 ТЕЛЕФОН ҺАНДАРЫ
ЭЛЬФРИДА НУРУЛЛИНА