«Русь великая» теплоходы – Өфөлә

Бөгөн өс палубалы йылға судноһы баш ҡаланың Дуҫлыҡ монументы янында туҡтаны. Круиз теплоходы Мәскәүҙән килә. Ул 28 апрелдә йөҙөүгә сыҡҡан. Төрлө ҡалаларҙа туҡтап туристар урындағы иҫтәлекле урындар менән таныша. Кисә уларҙы Бөрөлә байрамса ҡаршы алыу ойошторолдо.

Һыу карабы яңы причалда туҡтаны. Рәсәй круиз флоты тарихында уникаль күренеш, сөнки быға тиклем Өфөгә «йылға-диңгеҙ» тибындағы өс палубалы ҙур һыу транспорты ингәне юҡ ине. Былтыр сентябрь айында теплоход Ағиҙел ҡалаһына тиклем килгән. Быйыл Башҡортостан Хөкүмәте саҡырыуы буйынса баш ҡалаға инде.

Белгестәр әйтеүенсә, һыу кимәле буйынса 20 майға тиклем Ағиҙел йылғаһында ошондай теплоходтар йөҙә ала.