Яугир йәшәгән йорт алдында байрам концерты һәм парад ойошторолдо.
Сығышы менән Удмурт республикаһынан булған Григорий Девятых бөгөн Өфөлә йәшәй. 96 йәшен тултырған ветеран әле лә теремек. Ҡыҙыл Армия сафтарына ул 1943 йылда алына.
Уҡсылар полкында әҙерлек үткәс, 44-се йылда һуғышҡа инә. Ләкин күп тә үтмәй, яралана һәм өс айға госпиталгә ебәрелә. Һуңынан Григорий Девятых танк мәктәбендә уҡый. Һуғыштың аҙағына тиклем дә ауыр танкта үтә. Берлинды алыу, Рейхстагты штурмлауҙа ла ҡатнаша.
Өфөгә ул 1956 йылда күсеп килә. Хаҡлы ялға тиклем протез заводында эшләй. Ветеран Ҡыҙыл йондоҙ, Ватан һуғышы Ордендары һәм Берлин, Рейхстагты алған өсөн миҙалдары менән бүләкләнгән. Уның тормош юлы ла йәш быуынға үрнәк һәм илһөйәрлек өлгөһө.