Мәсетле районында үлемесле авария теркәлде

Оло Ыҡтамаҡ – Йонос – Йосоп юлының 15-се километрында «Лада Ларгус» автомобиленең 33 йәшлек водителе идара итеү һәләтен юғалтып юлдан осоп, түңкәрелә. Авария һөҙөмтәһендә, транспорт хужаһы фажиғә урынында вафат була. Уның пассажирҙары – 34 йәшлек ҡатын менән 37 йәшлек ир төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.

Тағы ла бер үлемесле авария Дүртөйлө районында теркәлде. Мәскәү – Өфө федераль трассаһында «Скания» йөк машинаһының 47 йәшлек водителе велосипедсыны бәрҙергән.

Ҡайһы бер мәғлүмтәтр буйынса, ҡазаға тарыусы ҡараңғы ваҡытта яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтарһыҙ хәрәкәт иткән. Ике тәгәрмәсле транспорт хужаһы табиптар килеп еткәнсе вафат булған.