Иглин районында «Мин яратам һине, тормош» республика фестиваленә һайлап алыу этабы үтте

Ижадҡа ғашиҡ йөрәктәр. Иглин районында «Мин яратам һине, тормош» республика фестиваленә һайлап алыу этабы үтте. Конкурста хаҡлы ялдағылар, 55 йәште уҙған һәүәҫкәр йырсы, бейеүселәр үҙ-ара көс һынашты. Дәртле лә, шаян да, шул уҡ ваҡытта талантлы сәхнә оҫталары хаҡында киләһе репортаж.

Туҙҙан яралған илаһи моң. Әйтерһең дә, өҙөлөп-өҙөлөп һандуғас һайрай. Гармун тауышына эйәреп. Самат Сабитов «Мин яратам һине, тормош» фестивалендә сығыш яһап, тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы. Жюри ағзалары ҡарары буйынса ул бәйгенең республика этабына үтте.

Фестиваль оло йәштәгеләргә үҙ һәләттәрен күрһәтеү майҙанына әйләнде. Берәүҙәр музыка ҡоралдарында оҫта уйнап, икенселәр йыр-бейеүҙәр аша күңелдәрҙе арбаны. Сарала шулай уҡ нәфис һүҙ оҫталары ла сығыш яһаны.

Үҙешмәкәр коллективтарҙың, яңғыҙ башҡарыусыларҙың сығышы үҙе бер байрамға тиң. Һәр бер башҡарылған йыр - һөйөү, дуҫлыҡ, туғанлыҡ төшөнсәләре менән һуғарылғайны.

Фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн сәхнә - йәшәү мәғәнәһе. Һәр ҡайһыһы еңеүгә лайыҡ. Шулай ҙа жюри ағзаларына финалистарҙы билдәләргә тура килде. Улар республика кимәлендә үтәсәк конкурста Иглин данын яҡлаясаҡ.

Хаҡлы ялдағыларҙың буш ваҡыты күп тиҙәр, әммә фестивалдә ҡатнашыусыларға был һүҙҙәр һис тә ҡағылмай. Улар сәнғәттән айырылғыһыҙ, сәхнә тормошо менән ҡайнап тигәндәй йәшәй. Яңынан-яңы еңеүҙәргә ынтыла.

Гөлназ Хәйбуллина