2024 йылға тиклем Башҡортостанда йыл әйләнәһенә эшләйәсәк туғыҙ балалар һауыҡтырыу лагерын ойоштороу күҙаллана.
Тәүгеләрҙән булып бындай график буйынса Илеш районында урынлашҡан Орленок учреждениеһы эшләй башлаясаҡ.
Әле лагерь биләмәһендә күләмле төҙөлөш эштәре тамамланыу алдында. Дөйөм алғанда, 216 урынлыҡ корпустарға нигеҙ һалынған. Бассейн, заманса спорт майҙансыҡтары булдырылған. Реконструкцияға республика ҡаҙнаһынан һәм социаль маҡсатлы программалар фондынан 153 миллион 600 мең һум аҡса йүнәлтелгән. Лагерҙа йәйге сменалар 3 июнь башлана. Бөгөн биләмәлә балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға әҙерлек барышы менән республика етәксеһе Радий Хәбиров та танышты.
Быйыл республикала ике меңдән ашыу лагерь эшләйәсәк, уларҙың күбеһе – мәктәп янындағылар. Барлығы 319 мең 760 баланың йәйге ялын ойоштороу ҡаралған. Был турала бөгөн Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән күсмә кәңәшмәлә билдәләнде. Эшлекле осрашыуҙа төрлө ведомство-министрлыҡ етәкселәре ҡатнашты. Лагерҙарҙың асыу менән бер рәттән санитар-эпидемиологик талаптар үтәлеше етди контролдә буласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина