Уҙған тәүлектә тиҫтәгә яҡын юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 11 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Бәхетһеҙ осраҡтарҙың береһе Кушнаренко районында теркәлде. М-7 федераль трассаһында Hondaмотоциклы BMW X5 автомобиле менән бәрелеште. Билдәле булыуынса, ике тәгәрмәсле транспорт менән 31 йәшлек ошо район кешеһе идара иткән. Ул яңы ғына вахтанан ҡайтып, мотоцикл һатып алған булған.
Фажиғә көнөндә иномарка һул яҡҡа боролған ваҡытта байкер уның өҫтөнә барып менгән. Ҡазаға тарыусы ваҡиға урынында вафат булған. Тикшереүҙәр барышында, мәрхүмдең бер нисә ай элек кенә йыл ярымға водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булыуы асыҡланған.
Тағы ла бер ҡот осҡос авария Хәйбулла районында теркәлгән. Сибай-Аҡъяр юлының 80-се километрында Hafei автомобиле менән Газель Некст бәрелешкән. Фажиғә һөҙөмтәһендә Ҡытай транспортының 22 йәшлек водителе үлемесле яраланған.