Йәшләй етем ҡалған Кәшшәф Сәмиғуллин уҡытыусы булырға теләй. Ләкин аяуһыҙ һуғыш уның тормош маҡсаттарын тулыһынса үҙгәртә. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан киләһе ветерандың ғүмер юлы тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Утты-һуҙы үтеп сыныҡҡан Кәшшәф Сәмиғуллин хәрбиҙәрсә сәләмләп ҡаршы алды. Йәшләй генә ата-әсәһенән мәхрүм ҡалған баланы туғандары тәрбиәләй. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Боғорослан педучилищеһына уҡырға инә, өлкән пионервожатый булып та эшләп өлгөрә. Ләкин беҙҙең геройға уҡытыусы булырға яҙмай – һуғыш башланғас, барлыҡ комсомолсылар кеүек үк, военкоматҡа килеп фронтҡа ебәреүҙәрен һорай.
Комсомол ЗАГСта эшләгән ике туған һеңлеһе аша бер йәш өҫтәп яҙҙырып армия сафына алына. 1942 йылдың майында Калинин фронтына саҡыртыла, унда Кәшшәф Әғлетдин улы пулеметсылар расчетын етәкләй.
Түш кеҫәһендә ятҡан Ҡыҙыл армеец кенәгәһе, көҙгө һәм комсомол билеты пуля яраһынан ҡотҡара. Кәшшәф Әғлетдин улы миллиондан ашыу совет һалдатын һәләк иткән Ржев һуғышында ла илебеҙҙе дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Фронт михнәттәре онотолмай, тип хәтирәләргә төшә ветеран.
Ҡаты яраланған һалдат Мәскәү госпиталенә күсерелә. Ләкин илһөйәр яҡташыбыҙ фашист менән көрәшеүен дауам итергә ниәтләй. Кәшшәф Сәмиғуллинды йәш һалдаттарҙы әҙерләү маҡсатында Ҡаҙағстанға ебәрәләр. Әйткәндәй, ветеран шунда уҡ Еңеү яҙын да ҡаршылай.
Кәшшәф Сәмиғуллин Башҡортостанға 1947 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Оҙаҡ йылдар разведкала хеҙмәт итә, илебеҙҙең именлеге һағында тора. Кәшшәф Әғлетдин улы кесе лейтенанттан полковник дәрәжәһенә тиклем етә. Командировкаларҙың береһендә ул буласаҡ хәләл ефете Сәзидә менән таныша.
Сәмиғуллиндар ғаиләһе барлыҡ туғандарына өлгө булып 72 йыл бергә тормош көтә, ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерә. Кәшшәф Сәмиғуллин әйтеүенсә, иң мөһиме - тыныс донъяла йәшәү һәм үҫеп килгән быуынға, шул иҫәптән студенттарға ла патриотик тәрбиә биреү. Совет һалдатының батырлығы онотолоға тейеш түгел!
Әлфинә Килдейәрова