Бөйөк байрам – Еңеү көнөнә яҡтылыҡ

Your browser doesn't support HTML5 video.

Дыуан районы үҙәгендәге автомобиль күпере байрам алдынан сағыу төҫтәргә мансылды.

Әй йылғаһының ике ярын тоташтырыусы ҡоролмаға заманса диодлы яҡтыртҡыс лампалар ҡуйылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән иғлан ителгән программаға ярашлы, хәҙер Мәсәғүт күпере Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары төҫөн алған.

Өҫтәүенә былтыр объектта асфальт ҡатламы ла яңыртылған. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, хәҙер ауыл ере ҡаланан бер ҙә ҡалышмай. Төндә лә яҡты булғас күперҙән йәйәү атлап сығыуы бер ниндәй ҡурҡыныс тыуҙырмай.

Илдар Байбулатов