Беҙ ейгән ризыҡ организм өсөн туҡлыҡлы һәм файҙалы булырға тейеш

Your browser doesn't support HTML5 video.

Тап ошондай девиз менән билдәле кулинар Флүзә Мәғдәнова өфөлөләргә үҙе белгән серҙәр менән уртаҡлаша. Адреслы социаль ярҙам программаһы сиктәрендә ул кулинар мәктәбен асыуға өлгәшә. Ғаиләләргә бушлай оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова файҙалы ризыҡтар әҙерләү серҙәрен өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ике бала әсәһе, билдәле блогер Ольга Еникеева бәләкәстәр өсөн әҙерләнгән аш-һыу өлгөләре еңел үҙләштерелергә һәм сәләмәтлеккә зыян килтермәҫкә тейеш, тигән ҡағиҙәгә таянып эш итә. Шуға ла ул һайлаған балалар рационнында шәрбәт ризыҡтар тапмаҫһың.

Балалар йәшелсә-емеште бик ашап бармай. Шуға ла уларҙы крем һәм пасталар рәүешендә әҙерләргә тырышам.

Махсус туҡланыу рационы төҙөргә өйрәнергә футбол буйынса балалар тренеры ла теләп ҡатнаша. Шаген Абрамян ҙур физик көс ҡулланған спортсыларға үҙләштереүгә еңел һәм сыҙамлыҡ бирә торған ризыҡтарҙы һайлаған..

Оҫталыҡ дәрестәрендә ит аштарында йәйге соус әҙерләргә лә өйрәтәләр. Уның өсөн рәйхан, кинзә, помидор, һарымһаҡ һәм сама менән тоҙ алына. Был соус аш һеңдереүҙе еңелләштерә һәм ит аштарына айырым тәм бирә.

Бында беҙ балалар өсөн терпеләр, аш һәм быҡтырылған груша әҙерләйбеҙ

Гүзәл Башкирцева, сәләмәт туҡланыу буйынса белгес

Ашнаҡсы һәм кулинарҙар дипломлы нутрициолог, сәләмәт туҡланыу буйынса эксперт Гүзәл Башкирцева кәңәштәренән сығып ҡына эш итә. Крем-аштар, сөгөлдөр муссы, десерттар бөтәһе лә балансланған рацион нигеҙен тәшкил итә.

Һөнәри тәжрибәһе менән бүлешеүсе шеф-повар Флүзә Мәғдәнова әле күптән түгел үҙе лә оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашҡан. Ворлд скилсс курстарында белем алған. Курстарҙы уңышлы тамамлағандан һуң хеҙмәт биржаһы аша кулинар мәктәбен асыуға субсидия алған.

Дөгөнән терпеләр, һурпа, быҡтырылған груша, ете төрлө соус, былау-ризыҡтар бөтәһе лә ҡырҡ минут эсендә әҙер булды. Уларға әле яңы ғына файҙалы ризыҡ әҙерләргә өйрнеүсе хужабикәләр, балалар менән эшләүсе хеҙмәткәрҙәр күңел йылыһын һалды.

Адреслы социаль ярҙам программаһына ярашлы ынтылышы булған һәр кеше эшҡуарлыҡҡа тотоноп, өҫтәмә килем алыу мөмкинлегенә эйә була, шулай уҡ хәйрийә акциялары ла хуплана. Күптән түгел Флүзә Мәғдәноваға һирәк ауырыуҙар менән сирләгән балалар фонды мөрәжәғәт иткән.

Пандемия беҙҙе онлайн режимда ла эшләргә өйрәтте. Үҙемдең он-лайн мәктәбем аша күп кенә кешеләргә дөрөҫ туҡланыу серҙәрен еткерәм. Һирәк ауырыуҙар менән интеккән балалар сәләмәтлегенә лә дөрөҫ туҡланыу ыңғай тәьҫир итер тип уйлайым.

Флүзә Мәғдәнова, кулинария мәктәбен ойоштороусы

Тәжрибәле кулинар уларға диетик туҡланыу өсөн махсус меню төҙөгән. Бындай хеҙмәттәшлек сирҙән интегеүсе балалар организмын тейешле миҡдарҙа кәрәкле витаминдар менән тәьмин итергә булышлыҡ итер тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова