Ата-әсәләрҙең сығымдары кәмей

Балалар һауыҡтырыу лагерҙары путевкалары өсөн ҡапланған сумманың һикһән процентын ҡайтарып буласаҡ. Аҡсалата ярҙам «туристик кешбэк» федераль программаһы һәм республика ҡаҙнаһынан ойошторола.

Был турала бөгөн Илеш районында йәйге һауыҡтырыу кампанияһына арналған күсмә кәңәшмәлә билдәләнде. Эш сәфәре барышында республика башлығы Радий Хәбиров «Орленок» лагерында ойошторолған төҙөлөш эштәре һәм ауыл хужалығы йүнәлеше буйынса уңышлы тормошҡа ашырылған инвестиция проекттары менән дә танышты.

Илеш районындағы «Орленок» һауыҡтырыу лагерын «башҡорт «Артег»ы тип йөрөтәләр. Был осраҡлы түгел. Тиҙҙән ул республикала йәшәүсе балаларҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итә аласаҡ. Күләмле реконструкция финиш һыҙығына сыҡты. Заманса спорт майҙансығы, бассейн төҙөлөшө тамамланған.

Төҙөлөш эштәренә республика ҡаҙнаһы һәм социаль маҡсатлы программалар фондынан 153 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Май аҙағында 216 урынлыҡ яңы корпус та сафҡа индерелә.

«Башҡорт Артегы»нда балаларҙы ҡабул итеүгә әҙерлек барышы менән республика етәксеһе Радий Хәбиров танышты. 2024 йылға тиклем төбәктә йыл әйләнәһенә эшләйәсәк лагерҙар һанын туғыҙға еткереү күҙаллана. «Орленок» пионер булараҡ был йүнәлеште аса. Биләмәлә балаларҙы физик яҡтан сыныҡтырыу, интеллектуаль яҡтан үҫтереү, патриотик тәрбиә биреүгә иғтибар юғары буласаҡ.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан конкурс иғлан ителде, йыл әйләнәһенә эшләйәсәк лагерҙарҙы билдәләргә кәрәк. Әлегә Баймаҡ, Ишембай, Салауат райондарынан ғаризалар килде. Һайлап алынасаҡ һауыҡтырыу учреждениелары айырым зона өсөн яуаплы булып, яҡын-тирәләге район-ҡалаларҙан да балаларҙы ҡабул итәсәк.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры

«Орленок» республикала тәүгеләрҙән булып путевка өсөн кешбэк федераль программаһына ҡушылған. Уға ярашлы, 20 майҙан ата-әсәләр «Мир» түләү системаһы аша үткән сумманың илле процентын ҡайтара ала. Үҙгәрештәр июнь уртаһынан ойошторолған ялдарға ҡағыла.

Туризм буйынса федераль агентлыҡ балалар туризмын үҫтереү яҡлы. Әлегә Башҡортостанда 31 лагерь федераль программаға ҡушылды. Ҡалған 76 һауыҡтырыу учреждениеһы ла был йүнәлештә эште әүҙемләштерер, тип көтәбеҙ.

Эльмира Туҡанова, Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе

Матди ярҙам бының менән генә сикләнмәй. Туристик кешбэкҡа өҫтәп, путевка хаҡының утыҙ процентын республика ла ҡапларға әҙер. Йәғни ғаилә балаһының 21 көнлөк ялы өсөн ни бары яҡынса 6-7 мең һум ғына түләйәсәк. Республикала шулай уҡ мәктәп янындағы лагерҙар ҙа үҙ эшен башлай. Йәйге кампания өс йөҙ меңдән ашыу уҡыусы өсөн иҫәпләнгән. Был турала бөгөн Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән күсмә кәңәшмәлә билдәләнде.

Республика етәксеһе Илеш районына эш сәфәре барышында яҙғы баҫыу эштәре менән дә танышты. Илдар Ялалов етәкләгән хужалыҡ майҙаны 1200 гектар. Биләмәлә элиталы орлоҡтар етештереүгә иғтибар бүленә. Сәсеү материалы Башҡортостандан ситтә урынлашҡан төбәктәргә лә ебәрелә.

Алдағы дүрт ай эсендә генә Башҡортостан хужалыҡтары 3 миллиард 800 миллион һумлыҡ ҡеүәтле техника һатып алған. Илештәр автопарктты яңыртыуҙан тыш күләмле инвестия проекттарында ла әүҙем ҡатнаша. Әйтәйек, Куйбышев исемендәге кооперативта 1200 баш һыйырға иҫәпләнгән ҡуралар төҙөлә, әлегә беренсе комплекс файҙаланыуға тапшырылған. Шулай уҡ яңы һауын залы асылған.

Ярты миллиард һумлыҡ инвестиция проекты киләһе йыл тормошҡа ашырылып бөтөргә тейеш. Әле хужалыҡта төҙөлөш эштәре йылдам бара. Августа икенсе корпус сафҡа индерелеп, тағы ла бер яңы ҡураға нигеҙ һалынасаҡ. Комплекс тулы ҡеүәттә эшләй башлағандан һуң яңы хеҙмәт урындары ла барлыҡҡа киләсәк

Эш сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров Еңеү көнө алдынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәйфетдин Гуламановты ла тәбрикләне. Уҙаман 1944 йылда хәрби әҙерлек үтеп, Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелгән. Япония менән һуғышта ҡатнашҡан өсөн бихисап наградалар менән бүләкләнгән. Совет армияһында ете йыл хеҙмәт иткәс кенә, тыуған ауылына ҡайта.

Сәйфетдин Әғләм улы хаҡлы ялға сыҡҡансы, ауыл хужалығында эшләй. Дин юлында. Ҡатыны менән дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре һөйөүенә күмелеп йәшәй. Республика башлығы ветеранға яңы телевизор бүләк итеп, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатаншыусылар даими рәүештә иғтибар һәм ихтирамға лайыҡ булыуын билдәләне.

Гөлназ Хәйбуллина