Севастополь ҡалаһын азат итеүҙә башын һалған яугир һөйәктәре ете тиҫтә йылдан һуң тыуған яҡтарына ҡайтарылып, ер ҡуйынына тапшырылды. Быға тиклем Йылайыр районы Үрге Ҡаҙарма ауылынан Петр Ириков хәбәрһеҙ юғалғандар исемлеген биләгәйне.
Севастополь эргәһендә эҙәрмәндәр отряды тарафынан алып барылған ҡаҙаныу эштәре барышында ике һалдат табыла. Уның береһе Башҡортостан вәкиле икәнлеге хәрби медальон аша асыҡлана. Йылайыр районы хакимиәте ҡаһарман яҡташын тыуған яҡтарына ҡайтарыу буйынса хәстәрлек күрә. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 76-се яҙын билдәләнгәндә яугир тыуған яҡтарына шаңдау булып ҡайтты. Яҡташтын һуңғы юлға оҙатырға тотош Йылайыр районы халҡы йыйылды. Улар араһында Петр Ириковтың туғандары ла килгәйне. Йылдарға һуҙылған эҙләүҙәр тик бөгөн генә үҙ һөҙөмтәһен бирҙе. Социаль селтәрҙәргә урынлаштырылған яҙыуҙар аша эҙәрмәндәр отряды Йылайырҙар менән бәйләнешкә инә.
Петр Ириковтың үҙенә тыуған тупрағына аяҡ баҫырға яҙмаһа ла, уның рухы, даны, ә күптән түгел, йылдар аша булһа ла табуты ҡайтты. Бөйөк Ватан һуғышы батыры оло хөрмәт менән ауылында ерләнде. Өс тапҡыр залп бирелгәндән һуң, бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.
Әйткәндәй, Петр Ириковтың бер ҡустыһы Николай Ириков Йылайыр районы үҙәгендәге мәктәп исеме йөрөтә. Советтар Союзы Геройына арналған бик күп архив документтар менән махсус стенд күргәҙмәһе аша танышырға мөмкин. Бөгөндән иһә үҫеп килеүсе быуын ҡаһарман яҡташтарының исемен генә түгел, тотош ғаилә яҙмышын тарихы күҙлектән баға аласаҡ. Петр Ириковтың һалдат медальоны һәм шәхси әйберҙәре менән бергә Йылайырҙағы тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырылды.
Әйткәндәй, Севастополь эргәһендә алып барылған ҡаҙыныу эштәрендә көн дә тиерлек һалдат һөйәктәре табыла. Күптәрҙең хәрби медальондары булмауға бәйле, шәхесе асыҡланмай ҡала. Әлеге материал эфирға әҙерләнгән ваҡытта Ҡырым республикаһында тағы ла 277 яугир исемһеҙ килеш ҡабат ерләнгән. Ә инде яҡын көндәрҙә яҡташыбыҙ хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенән алынасаҡ. Әле документ туплана.
Азат Ғәлиуллин