Радий Хәбиров республика халҡын һәм ветерандарҙы Еңеү көнө менән ҡотланы

Республика Башлығы Өфөнөң Еңеү паркында тантаналы сарала ҡатнашты. Радий Хәбиров күп милләтле Башҡортостан халҡы исеменән Мәңгелек утҡа, Советтар Союзы геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәйкәленә сәскә һалды. Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын тыңлағандан һуң, бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. Радий Хәбиров шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәев ҡәбере, генерал-майорҙар Миңлеғәли Шайморатов һәм Таһир Күсимов бюстарына һәм тыл хеҙмәтсәндәре һәйкәленә сәскә һалды.