Хеҙмәт министры Антон Котяков шул турала белдерҙе. Быйыл коронавирус таралыуын сикләү өсөн 10 көнлөк ял бирелде. 11 майҙан эш көндәре башлана. Республика халҡын иһә был аҙнала тағы өҫтәмә ял көтә. 13 майҙа Ураҙа-байрам билдәләнә. Хеҙмәт календарында ул ял көнө булараҡ күрһәтелгән. 12 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡараҡ була.