Байрам фейерверкын республиканың төп телеканалынан ҡарағыҙ

Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығы уңайынан иртәгә Башҡортостан юлдаш каналында үҙенсәлекле марафон үтә.

Иртәнге сәғәт-8-ҙә тамашасы һуғыш йылдарындағы иң сағыу ваҡиғалар тураһында тарихты, райондарҙан һәм сит илдәрҙән тура бәйләнештәр, Өфөләге хәрби техникалар парадын һәм «Һуңғы бейеклек» фильмының премьераһын ҡарай аласаҡ. Шулай уҡ беҙҙең канал эфирында башҡорт эстрадаһы артистары башҡарыуында Рим Хәсәновтың йырҙарынан торған концерт та ҡаралған. Төнгө сәғәт 11-ҙә баш ҡаланың Ленин майҙанында байрам фейерверкын да республиканың төп телеканалы тура эфирҙа күрһәтә.

Әйткәндәй, хәрби парадта барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа һаҡланыу битлектәрендә буласаҡ. Байрамға саҡырылған ветерандарҙан коронавирусҡа тест алынасаҡ. Уларҙы айырым транспорт менән COVID-19-ҙан вакцинацияланған медицина хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр оҙатып йөрөйәсәк.

Бынан тыш, «Үлемһеҙ полк. Онлайн» акцияһына 9 май көндөҙгө сәғәт 12-гә тиклем теркәлергә мөмкин. Әле заявкалар һаны буйынса беҙҙең Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар рәтендә. Барлығы 87 мең кеше үҙ геройҙарының портреттарын яһаған.

Илдар Байбулатов