Ватан һаҡсыларына мемориаль комплекс урындағы башланғыстарҙы яҡлау прораммаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Илһөйәр рухлы ауыл халҡының шатлығын беҙҙең ижади төркөм дә уртаҡлашты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Ил Әхмәт улы Яхин ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған. Абруйлы педагог Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы архив материалдарын ентекле өйрәнеп, уҡыусылар менән бергәләп бер китапҡа туплаған. Ҡаһарман һалдаттар исемлеге тулыландырылып аҡ ҡағыҙға теркәлгән.
Римма Сәйетгәрәеваның тамырҙары Ҡараяҡуп ауылынан. Хаҡлы ялдағы инглиз теле уҡытыусыһы ата-бабаларының Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары алдында баш эйергә күрше Әлшәй районынан ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә килгән.
Бөйөк Ватан һуғышы яугиҙарына мемориаль комплекс урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Халыҡтан һәм бағыусыларҙан 240 мең һум, республика бюджетынан 800 мең һум , ауыл советынан 120 мең һум күләмендә аҡса йүнәлтелгән. Обелискты эшләгәндә исем-шәрифтәрҙе эшкәртеүҙә айрыуса тырышлыҡ һалыусыларға Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайының маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Обелисктың бейеклеге алты метр ярым. Мемориаль таҡтаташ мәрмәрҙән эшләнгән. Бынан тыш обелисктың тирә яғы төҙөкләндерелгән, сквер эсенә тротуар плитәһе түшәлгән. Атайсалында батырҙар исемлеген мәңгеләштереү өсөн тамырҙары Ҡараяҡуптан булған эшҡыуар Ғәфүр Иҫәнғолов та аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙған.
Ҡараяҡуп ауылындағы обелиск йыл эсендә төҙөлөп бөткән. Уны асыу тантанаһына халыҡ илебеҙҙең төрлө тарафтарынан йыйылған. Сарала ҡатнашыусылар тарихи хәтерҙе яңыртты, мул тормошобоҙ һәм аяҙ күгебеҙ өсөн Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарынна баш эйеп, сәскәләр һалды.
Шишмә районы Ҡараяҡуп ауылынан 195 ир-уҙаман Бөйөк Ватан һуғышына китә, уларҙың 105 иҫән-һау әйләнеп ҡайта. 90 тиңһеҙ яуҙарҙа башын һала. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған стеллала һуғышта ҡатнашҡан һәр һалдаттың исеме ташҡа баҫтырылған. Исем-шәрифтәр бер хатаһыҙ һәм саф башҡорт телендә булыуы менән ҡыуаныслы.
Гүзәл Борханова