Уның батырлығын быуындар ғорурлыҡ менән хәтерләй

Йәрмәкәй районы Һыуыҡҡул ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһы һалдаты, Шайморатов орденының беренсе кавалеры Мөғин Кәрим улы Нагаевтың исеме мәңгеләштерелде.

Мөғин Кәрим улы 1918 йылдың 4-се ғинуарында Йәрмәкәй районы Һыуыҡҡул ауылында тыуған. Ул 17 йыл ғүмерен әрме хеҙмәтендә үткәргән. 1942-1945 йылдарҙа 112-cе Башҡорт кавалерияһы дивизияһы составында танкыға ҡаршы көрәш батареяһының ут тоҫҡау взводы командиры булған.

Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исемен алыуға тәҡдим ителә. Әммә уну Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ленин ордендары менән бүләкләйҙәр. Танктарға ҡаршы терәк пуктында немецтарҙың биш атакаһын кире ҡаҡҡан. Дошмандың ике йөҙҙән ашыу һалдат һәм офицерын юҡ итә. 3-cө расчет сафтан сыҡҡас, бер үҙе өс танкты һәм бер фердинантты шартлата.

Ун кеше менән алты сәғәт буйы алыша. Ҡаһарман яугиҙең исеме Һыуыҡкүл мәктәбенә, Дан Аллеяһына бирелде.

Гүзәл Борханова