Йылайыр районы Яманһаҙ ауылында йәшәүсе Ҡасимовтар олаталарының хаттарын ҡәҙерләп һаҡлай. Химик ҡәләм, латин графикаһында яҙылыуында ҡарамаҫтан, бөгөн дә хат юлдарын уҡып була.
Һалдат хаты ғаилә ҡомартҡыһы булараҡ быуындан-быуынға тапшырыла килә. Рәзинә Ҡасимованың олатаһы латин графикаһында, химик ҡәләм менән фронттан яҙып ебәргән хаты ҡәҙерле юлдар һаҡлай. Туғандар бер табынға йыйылғанда ул ҡат-ҡат сығарылып уҡыла. Уның ҡарауы, ғаилә альбомында олаталарын күҙ алдына килтерерҙәй берҙән-бер фото ла бар.
Ҡотлоәхмәт Атанғоловтың рухын йәшәтеүҙә ҡыҙы Нуриянан тыш, бер туған ҡустыһы Сәлих Ҡотой улының да өлөшө ҙур. Тап уның тырышлығында бөгөн яҡындарының һуңғы төйәк иткән урыны тураһында хәбәрҙар.
Ғөмүмән, ике ғаилә ағзаһының да ғорурланыр, миҫал итеп һөйләп, күрһәтерлек артефакт әйберҙәре бар. Рәзинә Ҡасимованың тормош иптәше Миңлеғәле Ирғәле улы атаһының бер туған ағаһы тураһында ҡәҙерле хәтирәләр һаҡлай.
Николай Ириков исемендәге Йылайыр ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Геннадий Шаранов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтары тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Тарихи ваҡиғаларҙы ул төрлө факттар менән бәйән итә. Һуңғы яңылыҡтан эҙәрмәндәр отряды хат ташыусы һәм уның сумаҙанына юлыға. Фронттағыларға ул тылдағыларҙан хат-сәләмен таратып йөрөгәндә һәләк булған. Табылған 500-ләп яҙыуҙы белгестәргә шифрларға тура килә. Хат авторҙарының береһе Йылайыр районынан булып сыға.
Әлеге ваҡытта хат авторының Сибайҙа йәшәүе мәғлүм булды. 9 май Хәрби Дан музейында үтәсәк байрам сараһында уға табылған хаттар нигеҙендә нәшер ителгән китап тапшырыласаҡ.
Азат Ғәлиуллин