Өфө районының Затон биҫтәһендә йәшәгән Сәйетовтар ғаиләһе Бөйөк Еңеү байрамына арналған акцияны үҙҙәре йәшәгән өй эргәһендә ойошторорға булған.
Сәйетовтар ғаиләһе «Үлемһеҙ полк» акцияһында тәүге йылдан уҡ ҙур теләк менән ҡатнаша. Былтыр коронавирус пандемияһы менән бәйле сикләүҙәр индерелгәс, улар сараны өйҙәренең янында ойошторорға була.
Зәйтүнә ханымдың атаһы фронт һыҙығында хәрби техниканы хеҙмәтләндереүсе, ә ғаилә башлығының атаһы ашнаҡсы була. Ике яугир ҙә һуғыш хәтирәләре менән уртаҡлашырға яратмай, әммә тыныс тормошта ла тырышып донъя көтә, халыҡтың именлеге өсөн көрәшә.
Ғаилә яу ҡаһармандарының фотоһүрәттәре янына ҡул эштәрен дә ҡуйған. Таһир Сәйетов улы ижадҡа ғашиҡ кеше, майлы буяуҙар менән картиналар төшөрә, ағастан һырлап төрлө фигуралар эшләй. Уның ижад емештәре күберәк тыуған яҡтың гүзәллеген, тәбиғәт күренештәрен һынландыра. Оҫта йәш быуында ла ижадҡа һөйөү тәрбиәләй, түңәрәктәр алып бара, балалар менән шөғөлләнә.
Рәмзиә Кәримова