Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Генераль йыйыштырыу» акцияһына ҡушылырға саҡыралар

Май байрамдарында Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Генераль йыйыштырыу» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашырға саҡыралар.

Күләмле проектты илдең 35 төбәгендә ун меңдән ашыу кеше хуплап сыҡҡан. Өфөләр ҙә Непейцев дендропаркында ойошторолған экологик саранан ситтә ҡалманы. Акция сиктәрендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сорттарға бүлеп йыйылды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Баш ҡаланың Непейцев дендропаркы янында гараждар урынлашҡан, шуға юлға яҡын һәр ағаста тиерлек иғландар. Балта ярҙамында уларҙы һуғып тигәндәй алдылар. Ике йөҙҙән ашыу ирекмән «Генераль йыйыштырыу» акцияһына ҡушылып, биләмәлә тәртип булдырҙы. Пластик һауыттар, быяла, ҡағыҙ һәм башҡа ҡалдыҡтар айырып йыйылды. Ҡороған ботаҡ, түмәрҙәр сығарылды

Дендропарктың майҙаны ҙур – яҡынса 24 гектар самаһы. Бында ағас-ҡыуаҡлыҡтарҙың 100-ҙән ашыу төрө бар, шулай уҡ тейен барлығы ла билдәле. Тарихи урын бөгөн халыҡтың яратҡан ял итеү майҙаны ла, ҡала эсендәге бәләкәй урман да.

19 быуатта барлыҡҡа килгән тәбиғәт ҡомартҡыһы һаҡсыл ҡарашҡа мохтаж. Экологтар биләмәлә «Генераль йыйыштырыуҙар»ҙы даими уҙғарыу яҡлы. Ҡаланың «Йәшел ҡалҡаны» тәртип талап итә.

Экологик проект сиктәрендә дендропаркта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә «Хәтер баҡсаһы» булдырылды. Биләмәлә ике йөҙ төп ылыҫлы ағас үҫентеһе ултыртылды. Шулай уҡ сараны ойоштороусылар – Тәбиғ әтте һаҡлау Бөтә Рәсәй йәмғиәте вәкилдәре ирекмәндәргә «Һалдат бутҡаһы», концерт та әҙерләгәйне.

Гөлназ Хәйбуллина