Йылы һүҙҙәр, һуғыш хәтирәләре, фронт йырҙары

Your browser doesn't support HTML5 video.

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе коллективы оҙаҡ йылдар тимер юлында эшләп ялға сыҡҡан һуғыш ветерандары менән осрашты.

Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны Владимир Иванович Егоров ҡунаҡтарҙы иртәнән бирле көтә. Бөгөн уны ҡотларға Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре килде.1944 йылда 15 йәше тулмаған Владимир һуғышҡа ашыға.

«ТреблИнка-1» концлагерына Николай 7 йәшендә эләгә. Бөтә ғаиләнән бары тик ул ғына иҫән ҡала. Донъялар тынысланғас, ветеран 40 йылдан ашыу Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһендә эшләй.

1941 йылда иренең үлем хәбәрен алгас, Татьяна Колесникова фронтҡа китә. Сталинград яуында геройҙарса һуғыша. Тормош Татьяна Константин ҡыҙын нығыта, әммә һындырмай. Эштән бер ваҡытта ла ул ҡурҡмай, һуғыштар һуң 34 йыл дауамында юл монтеры булып хеҙмәт итә.

Ҙур тантаналар урынынакүсмә концерттар, пандемия үҙ талаптарын индерә. Заман ҡаршылыҡтарына ҡарамаҫтан Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһеколлективы оҙаҡ йылдар тимер юлында эшләүселәр өсөн ҙур байрам ойошторҙо.