9 май Луганск халыҡ республикаһы өсөн дә төп дәүләт байрамдарының береһе

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында оккупация михнәттәрен тойған халыҡ тыныслыҡ ҡәҙерен яҡшы белә.Илебеҙгә азатлыҡ килтергән яугирҙәрҙең иҫтәлеген дә ҡәҙерләп һаҡлай. Луганск ере 112-се башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һуңғы төйәге. Легендар комдив һәләк булған ерҙә әле һәйкәл ҡуйыуға әҙерлек бара. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин дауам итә.

Штеровка ауылы эргәһендә генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған урын төҙөкләндерелә. юльино балка янындағы ҡалҡыулыҡта арҙаҡлы командирҙың һынын ҡуйыу ҡарала.Бюст өсөн майҙансыҡ әҙерләнгән. Еңеү байрамы һәм Луганск халыҡ республикаһы көнө уңайынан тантаналы саралар планлаштырылған.Бөйөк Ватан һуғышы һәм башҡорт атлы дивизияһы тарихына бәйле иҫтәлекле урынды төҙөкләндереүгә урындағы эшҡыуар Зинаида Наден ҙур көс һалған.

Генерал майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов һәм уның яуҙаштары ерләнгән Петровское ҡалаһында ла тантаналы сараларға әҙерлек бара.Башҡорт атлылары скверында республикабыҙҙан килтерелгән шыршы үҫентеләре ултыртыласаҡ.Петровское ҡалаһындағы 22-се мәктәпкә Миңлеғәле Шайморатов исемен биреүгә 5 йыл тулыу уңайынан арҙаҡлы командирҙың бюсын асыу ҡарала. Рәсәй геройының һыны Башҡортостандың Афғанстан һәм хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге бүләге.

9 май Еңеү көнөндә Луганск ҡалаһында хәрби парад үтә. Байрам сараларында 2015 йылдан бирле халыҡ республикаһына күп тапҡыр гуманитар ярҙам күрһәткән Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнаша.

Рафиҡ Әхмәтшин