Первушин аэродромында Тыныслыҡ көнөнә арналған хәрби-патриотик байрам ойошторолдо

Your browser doesn't support HTML5 video.

Первушин аэродромы бөгөн һабантуй майҙанын хәтерләтә. Бында килеүселәр өсөн бай йөкмәткеле программа әҙерләнгән. Өлкәндәр өсөн дә, балаларға ла төрлө майҙансыҡтар әҙерләнгән. Берәүҙәр аттракциондарҙа әйләнә, икенселәре милли уйындарҙа ҡатнаша, өсөнсөләре спорт ярыштарында үҙ көсөн һынай.

Кескәй ҡунаҡтар өсөн ҡул эштәре буйынса оҫтаханалар ойошторолған. Байрамдың төп биҙәге иһә Первушин аэродромы әҙерләгән авиашоу. Һауа транспортының зәңгәр күктә төрлө фигуралар яһауы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Курсант Роза Богомаз да быйыл пилот дипломы аласаҡ. Ул әйтеүенсә, күк йөҙөн иңләү, һауа транспорты менән идара итеү иҫ киткес ҡәнәғәтлек, азатлыҡ тойғоһо бирә. Бөгөнгө авиашоуға тамашасы булараҡ килдем, киләсәктә үҙем дә ҡатнашырға уйлайым, ти Роза.

Первушин аэродромындағы Хәрби-патриотик байрам сиктәрендә мәрхәмәтлелек акцияһы ла ойошторолған. Лотореялар һатыуҙан һәм бағыусыларҙан килгән аҡса "Бәхетле ҡатрлыҡ" хәйриә фондына ебәреләсәк. Ойоштороусылар 500 мең һумдан ашыу сумма йыйырға иҫәпләй. Был аҡса өлкән йәштәгеләргә дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алыу өсөн тотонола. Әле хәйриә фонды ярҙамға мохтаж 1 мең 500 тирәһе оло быуын вәкилдәренә ярҙам итә.

Первушин аэродромындағы байрам көнө буйы дауам итте. Сара сиктәрендә билдәле ижади коллективтар ҡатнашылығында концерт та ойошторолған. Төп хэдлайнер иһә Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов. Сәхнә оҫтаһы әйтеүенсә, был байрам да ул ҡыуанып ҡатнаша. Берҙән ул һуғышта ҡатнашҡан ике яугирҙең ейәне, икенсенән үҙе һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән.

Рәмзиә Кәримова