Бөгөн илебеҙ халҡы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығын билдәләй. Өфөлә байрам саралары «Еңеү паркы»ндағы мемориалға сәскә һалыуҙан башланды. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Республика Хөкүмәте ағзалары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Илебеҙгә тыныслыҡ бүләк иткән быуынға оло ихтирам менән һуғарылған саранан БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Еңеү батырҙарына мәңгелек дан! Башҡортостан Башлығы билдәһеҙ һалдат ҡәберенә венок һала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республиканан 700 меңдән ашыу кеше фронтҡа киткән һәм уларҙың яртыһы тиерлек әйләнеп ҡайтмаған. Еңеү паркының «Мәңгелек ут» янындағы майҙанда Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.
Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Миңлеғәле Шайморатов менән Таһир Күсимов һәйкәлдәренә һәм Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев ҡәберенә сәскә һалынғандан һуң, республика етәкселеге тыл хеҙмәтсәндәре иҫтәлегенә ҡуйылған мемориал янында туҡталды.
Бөгөн тантанала ла улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Республика башлығы уларҙың һәр береһенең ҡулын ҡыҫты.
Дүртөйлө ҡыҙы Мөсәйрә Ноғман ҡыҙы 1942 йылда 20 йәшендә фронтҡа алына. Зенит-арттилерия полкында радистка булып хеҙмәт итә. Дон аша һал менән йөҙөп сығып элемтә сымдарын һуҙа. Был батырлығы өсөн өсөнсө дәрәжәләге Дан ордены менән бүләкләнгән. Еңеү көнөн Германияла ҡаршылай. 101 йәше тулған ветерандың өс ҡыҙы ейән-ейәнсәрҙәре бар. Һуғышта ҡыҙ бер күҙен юғалтҡан, әммә донъяға, йәшәүгә ул тулы һөйөү күүҙҙәре менән баға.
Ҡаһарманлыҡ тантанаһын 76-сы тапҡыр билдәләгәндә йәш быуын ата-бабаларыбыҙға оло рәхмәтен шиғыр юлдары аша еткерҙе.
Еребеҙҙе һаҡлауға әҙерлеген белдереп Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Осоусылар әҙерләүсе мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре, кадеттар ышаныслы атлай.
Ә яҙмыштарҙы селпәрәмә килтергән дошманды еңеүҙең шатлыҡлы ауаздары, гүйә байрам сараһында түгел, ә һуғыш яланынан шаңдау булып ишетелгәндәй..
9 май – илебгә азатлыҡ ҡына түгел, ә тотош кешелеккә тыныслыҡ килтергән көн. Һуғыш хәтирәләре, фронт йырҙары – Еңеү паркында байрам тантанаһында ҡатнашыусылар хәтерендә аяҙ, матур һәм шатлыҡлы көн булып уйылып ҡаласаҡ.
Рәмилә Исмәғилева