Өфөләге Еңеү парадында Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби техника ҡатнашты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Тарихи экспонаттар Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡалаһынан, Вадим Задорожныйҙың «Техника музейы»нан алып киленгән. Тигеҙ рәттәр булып уҙған сафтарҙа хәрби частәр, көс стурктуралары, курсанттар һәм кадеттар. Тап ошо парадтағы һымаҡ берҙәмлек совет халҡына Бөйөк Ватан һуғышында еңеп сығырға ярҙам итә. Бөйөк Еңеү көнөнә арналған төп саранан БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова.

Команда ваҡыт еткәс кенә яңғыраһа ла, составтар иртә таңдан уҡ сафта. Тәжрибәле хәрбиҙәр өсөн дә, йәштәргә лә Еңеү парады йылдың иң мөһим ваҡиғаһы.

Еңеү көнө тотош ил халҡының уртаҡ байрамы, ул кеше ғүмерҙәре, юғалтыуҙар һәм күҙ йәштәре менән яулап алынған, тине Радий Хәбиров.

Хәрби частәр, көс структуралары, ветерандар ойошмалары, курсанттар, кадеттар. Оло быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә, бөгөн бөтәһе лә сафта, бергә. Тап һуғыш осорондағы һымаҡ. Ә парадтың төп биҙәге-хәрби техника. Дәһшәтле йылдарҙың өнһөҙ шаһиттары, һәр береһенең тарихында – ҡотҡарылған йөҙҙәрсә ҡала һәм ауыл.

. Хәрби транспорт араһында танктар ҙа, йөк автомобилдәре лә, санитар техника ла, мотоциклдар ҙа бар. Уларҙың һәр береһе Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Берәүҙәре дошмандарға ҡаршы алышта, икенселәре яралыларҙы ташыуҙа, өсөнсөләре партизан отрядтарында ҡулланыла. Ә иң мөһим көс, ул совет халҡының берҙәмлеге, ти ветеран Кашаф Сәмиғуллин.

Еңеү өсөн көрөш фронт һыҙығында ла, тылда ла бара. Шакирә Бикбулатованың ғаиләһе Ленинград ҡамауында ҡала. Ладога күле аша юл асылғас ҡына улар Башҡортостанға ҡайта, әммә юғалтыуҙар менән.

Хәбәрсе. Быйыл Бөйөк еңеүҙең 76-сы яҙы. Ҡыҙғанысҡа күрә, тарихи датаны ҡаршылаған яугирҙарҙың сафы йылдан-йыл кәмей. Әммә уларҙан кешелеккә ҡалған мәңгелек бүләк бар-зәңгәр күк йөҙө һәм имен, тыныс тормош.

Рәмзиә Кәримова