Һәр биләмәлә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҡотлауҙар, рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Республика райондарынан мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Күгәрсен районынан фронтҡа 13 мең 218 һалдат оҙатылған. Әммә дошманға ҡаршы көрәшкән 6 мең кеше мәңгелеккә яу ҡорбаны булып ҡалған. Ҡаһарманлыҡ күрһәткән 8 ир-егет Советтар Союзы Геройы, тағы ике һалдат «Дан ордены» кавалеры исеменә лайыҡ булған. Бөгөнгө Еңеү парадын Күгәрсен районында тик 4 ветеран ҡаршы алды, башҡа яугирҙарҙың исемдәре Дан Аллеяһы майҙанындағы таҡтаташта мәңгеләштерелгән.
Әлшәй районында ойошторолған тантаналы митинг мәңгелек ут мемориаль комплексына сәскә гөлләмәләре һалыу менән асылды. Һуғыш яландарында үҙ ғүмерен аямай тыныс күк йөҙө өсөн көрәшеүселәр иҫтәләгенә автоэстафета колоннаһы үтте. Урындағы халыҡ районда йәшәүсе ветерандарҙы данлап Еңеү көнө менән ҡотланы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн районда ике сал сәсле яугир ғына иҫән. Ыҫлаҡ ауылынан Миңнәт Улданов менән Шафрандан Мөттәҡим Яхин. Батырҙар миҙал-ордендарға күмелгән костюмдарын кейеп, йорттары алдына сыҡты. Үҙешмәкәр коллективтар уларға концерт ойоштороп, һуғыш йылдары йырҙарын башҡарҙы. Ә бына Кушнаренко районында йәшәүсе ветерандар иғтибарына сәхнәләштерелгән тамаша тәҡдим ителде. Мәктәп уҡыусылары, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән спектакльде өлкәндәр ҙә, балалар ҙа яратып ҡабул итте.
Ишембай районында Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршы алған 14 ветерандың өсәүһе концлагерь тотҡоно булараҡ һуғыш михнәттәрен татыған. Улар өсөн район халҡы хәрби тамаша сәхнәләштергән. Һуғыш осоронда Ишембай районы илдең төрлө ҡалаларынан эвакуацияланған 5 меңдән ашыу кешене ҡабул иткән. Районда урынлашҡан сәнәғәт предприятиеһында легендар «Катюша» танктары өсөн снарядтар етештерелгән.
Әбйәлил районында ойошторолған парадта хәрби техника һәм һалдаттар колоннаһы үтте. Сараға хәрби марш менән урындағы оркестр ҡушылды. Ветерандарҙы ҡотлау программаһында һуғыш осорона арналған спектакль һәм концерт күрһәтелде.
Шишмә районында йәшәүсе 9 ветерандың ихатаһы алдында ла байрам саралары уҙғарылды. Үҫмер саҡта фронтҡа алынған һалдаттар һуғыш хәтирәләре менән уртаҡлашып киләсәк быуынға тыныс донъяла йәшәү теләктәрен еткерҙе.
Бөйөк Еңеү көнөндә Иглин районында икенсе тапҡыр «Бергә йырлайбыҙ!» патриотик акцияһы ойошторолдо. Йәмәғәтселек ветерандар йәшәгән йорт алдында билдәле хәрби йырҙарҙы башҡарып яу ҡаһармандарын тәбрикләне. Сарала «Смуглянка»,»Катюша»,»Май вальсы», «Еңеү көнө» кеүек таныш композициялар яңғыраны.
Горький исемендәге урамда йәшәүсе Әхмәтзәки Сакаевты ҡотлау ҙур байрамға әйләнде. 1945 йылда Совет-япон һуғышында күп хәрби операцияларҙа ҡатнашҡан ветеранға рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә килеүселәр йылдағыса күп булды.
Баймаҡ районында Еңеү яҙын яҡынайтыусылар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Райондан фронтҡа 13 меңдән ашыу һалдат ебәрелгән. Әммә уларҙың ни бары 6 меңе генә тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан. 9 май хөрмәтенә район мемориаль комплекс майҙаны ҡеүәтле техника менән тулыланды.
Тантаналы шарттарҙа бында һуғыш юлын үткән хәрби танк урынлаштырылды. Сибай, Нефтекама, Күмертау, Учалы ҡалалары урамдары буйлап 9 май байрамына бағышланған ретро автомобилдәр колоннаһы үтте. Еңеү көнө уңайынан ойошторолған күргәҙмәлә ветерандарҙың портреттары урын алды. Ғәҙәттәгесә, митингтан һуң һалдат бутҡаһы менән һыйлау акцияһы һәм концерт ойошторолдо.
Флорида Ким