Яңыртылған «Тулҡын» ял паркында ойошторолған сараларҙы БЮТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте. Был хаҡте ентеклеберәк хәбәрсе Гүзәл Борханова репортажы.
Василий Петрович Безденежныхҡа 96 йәш. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны «Тулҡын» ял паркында ойошторолған байрамда иң ҡәҙерле ҡунаҡ. Еңеү байрамына ул улы һәм ейәнсәре Полина оҙатыуында килгән. Туптар шартлауын ишетмәгән йәш быуын ут-һыуҙарҙы кискән уҙаман менән әңгәмәләшеп, был миҙгелде фотоға төшөрөп ҡалдырырға ынтыла.
Заманса спорт майҙансыҡтары ла балаларҙың шат тауыштарына күмелгән. Байрам көнөн күләмле мәҙәни саралар онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар менән байыта. Ошондай бәхетле көнөбөҙ, имен атҡан тыныс таңдарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһарманлыҡ күрһәткән батыр һалдаттарға бурыслыбыҙ.
Еңеүҙе яҡынайтыусы ата-бабаларыбыҙҙың ейән-ейәнсәрҙәре интеллектуаль спорт уйындарында ҡатнашты. Бөйөк Еңеү символикаһы булған ҡәнәфер сәскәләрен эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны. Хәрби ҡорал менән эш итергә теләүселәр ваҡытҡа автомат һүтеп-йыйҙы. Батырҙар келәмдә ҡул һуғышы алымдарына өйрәнде. Ҡул көсө менән кәүҙәне күтәреү ярышында олоһо ла, кесеһе лә әүҙемлек күрһәтте.
«Тулҡын» паркында Еңеү көнөн ҡаршылау өсөн бөтә хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Эскәмйәләр, йәшеллек һәм сифатлы тротуарҙар бындағы ялды уңайлы итә.
Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына социаль проект тормошҡа ашырылған. Был проект сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар өсөн стела яңыртылған. Сәхнәләге байрам саралары иһә хәрби йырҙарға һәм дәртле бейеүҙәргә үрелеп барҙы. Йәштәр үҙҙәренең спорт ярыштарында үҙҙәренең таһыллығын күрһәтте.
Гүзәл Борханова