Кисә кис ете кеше, шул иҫәптән өс баланан торған төркөм, кәмәлә йөҙөргә сыҡҡан. Әммә кәмә түңкәрелеп китә һәм бөтәһе лә һалҡын һыуҙа ҡала. Яр буйында булған кешеләр ҡотҡарыусыларҙы саҡырта. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре бәләгә тарыған кешеләрҙе тиҙ арала һыуҙан сығара һәм тейешле ярҙам күрһәтә.