Башҡортостан буйынса Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, “Toyota Avensis” руле артындағы водитель юл сатында светофорҙың ҡыҙыл утына үтеп киткән һәм “Лада Калина” автомобиле менән бәрелешкән. Аварияла инормаркалағы 44 йәшлек водитель һәм уның 34 йәшлек пассажиры, “Калина”лағы 22 йәшлек водитель һәм уның 18 һәм 19 йәшлек ике дуҫы зыян күргән. Уларҙың бөтәһенә лә медицина ярҙамы кәрәк булған. 9 майҙа республика юлдарында 10 авария теркәлгән, унда 18 кеше зыян күргән. Бер тәүлектә автоинспекторҙар юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуҙың 2 меңдән ашыу осрағын асыҡлаған, 55 иҫерек водитель ҡулға алынған.