Луганск халыҡ республикаһында Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла

Башҡортостан делегацияһы ошо көндәрҙә төбәктә Еңеү көнөнә арналған сараларҙа ҡатнаша. Иртәгә Петровский ҡалаһында Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа бюст асыу тантанаһы үтә. Һәйкәл Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы башланғысы менән ҡуйыла. Ҡаланың 22-се мәктәбе лә иҫтәлекле ваҡиғаға әҙерләнә. Белем биреү ойошмаһы директоры Гүзәл Серова һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Миңлеғәли Шайморатов Луганскиҙы фашистарҙан азат итеүҙә батырҙарса һәләк була. Халыҡ республикаһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары хәтерен ҡәҙерләп һаҡлайҙар.