Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 3-сө һәм 4-се класлы янғын хәүефе күҙәтелә. Уҙған тәүлектә республикала дөйөм майҙаны 4 гектарға яҡын ерҙә ике урман янғыны һүндерелгән.
Уларҙың береһе Учалы урмансылығында сыҡҡан. Утты һүндереүҙә 30 хеҙмәткәр һәм 9 берәмек махсус техника ҡатнашҡан. Икенсе сығанаҡ Туймазы урмансылығында теркәлгән. Янғын оператив рәүештә 19 кеше һәм 7 берәмек техника ярҙамында һүндерелгән. Дөйөм алғанда, 15 апрелдән бөгөнгә тиклем республикала 54 урман янғыны теркәлгән, уларҙың яртыһы халыҡтың ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуынан сыҡҡан.
Һөҙөмтәлә 221 гектарҙан ашыу майҙан зыян күргән. Урман хужалығы министрлығы белгестәре республикала йәшәүселәрҙе тәбиғәттә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Янғын сыҡҡан осраҡта 8 (800) 100-94-00 һәм 8 (347) 218-14-14 телефон һандарына шылтыратыу һорала.