Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылыусылар 36 316 кешегә етте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Оператив штаб мәғлүмәттәренә ярашлы, пандемия башланған осорҙан Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылыусылар 36 316 кешегә етте.

Уҙған тәүлектә исемлеккә тағы ла 89 сирле өҫтәлгән. Бер көн эсендә яңы инфекциянан ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Бөгөн сирлеләрҙең 163-ө стационарҙарҙа, тағы ла 1795 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Дауаханаларҙа ятыусыларҙың 16-һы ауыр хәлдә. Ике пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тәүлек эсендә сирҙән 94, бөтәһе 33884 кеше һауыҡҡан.