Өфө рәссамы үҙе йәшәгән ихатала экспозиция ойошторған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Йорт эргәһендә күргәҙмә. Өфө рәссамы үҙе йәшәгән ихатала картина һәм скульптура эштәренән торған экспозиция ойошторған.

Таһир Сәйетовтың ҡулынан килмәгән эш юҡ. Һәүәҫкәр рәссам һүрәт төшөрөүҙән тыш, ағастан төрлө һындар ҙа яһай. Икенсе йыл инде Бөйөк Еңеүгә арнап күргәҙмә ойоштора. Ижад аша хаҡлы ялдағы уҙаман илебеҙ именлеге өсөн көрәшеүселәргә ихтирам һәм хөрмәт күрһәтә.

Атайым да, ҡайным да һуғышта ҡатнашҡан. Икеһе лә 1941 йылдан алып 45-сегә тиклем яу юлын үткән. Атайым Еңеүҙе Японияла ҡаршылаған. Икеһе лә имен-һау әйләнеп ҡайтҡан, оҙаҡ йылдар колхозда эшләнеләр.