Ул ғәҙәти ҡағыҙ документты алмаштыра. Пластик картала хужаһының фотоһүрәте, исем-шәрифе һәм тыуыу датаһы яҙыла. Электрон чипта иһә башҡа бөтә мәғлүмәт туплана. Кеҫә телефонына “Электрон паспорт” тигән мобиль ҡушымта ҡуйырға мөмкин. Был программа ярҙамында почтанан посылка, самолет һәм поезға билеттар алырға һәм башҡаларын эшләргә була.