Башҡортостандың көнсығышында төтөн сәбәбен аңлаттылар

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, күрше төбәктәрҙә 150 мең гектарҙа урман яна. Башҡортостандың көнсығыш һәм төньяҡ райондарына төтөн ел менән алып килтерелә. Көйөк еҫе һиҙелгән осраҡта, еүеш марля битлек ҡулланырға, күберәк һыу йәки сәй эсергә, тәҙрәләрҙе ябып тоторға кәңәш ителә. Беҙҙең республикала ла урман янғыны сығыу хәүефе һаҡлана. Шуға халыҡҡа һаҡлыҡ сараларын үтәргә кәрәк.