“Өфө” футбол командаһы быйылғы миҙгелдә аҙаҡҡы уйынға әҙерләнә

Рәсәй Премьер-лигаһында 30-сы тур барышында “Нефтсе” стадионында 16 майҙа “Өфө” һәм Туланан “Арсенал” араһында матч үтә. Башҡортостан командаһы өсөн был уйын ҙур әһәмиәткә эйә. Осрашыуҙа еңелгән осраҡта, “Өфө” клубы Премьер-лиганан төшөп ҡалыуы ихтимал. Уйынға билеттар бөгөндән һатыуға сығарыла. Уны стадион кассаһында йәки онлайн алырға була.