Татарстанда мәктәптә атыш һәм шартлау булған

Ваҡиға Ҡазандағы 175-се мәктәптә теркәлгән. РИА Яңылыҡтар 8 бала һәм бер уҡытыусы үлеүе, 4 уҡыусының яраланыуы тураһында хәбәр итә. Атышты ике кеше ойоштороуы асыҡланған. Уларҙың береһе – 19 йәшлек егет ҡулға алынған. “Юлдаш” радиоһы ваҡиға барышын күҙәтеп бара.