Башҡортостанда 14 май мәктәп уҡыусылары өсөн ял булыуы ихтимал

Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә Премьер-министр Андрей Назаров шундай тәҡдим менән сыҡты. Республикала 13 май Ураҙа байрамы айҡанлы ял көнө иғлан ителде. Уҡыусыларға, 14 майҙа, йома, бер көн өсөн генә мәктәпкә барғансы, өҫтәмә ял булдырыу тәҡдим ителде. Республика Башлығы Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына башланғысты өйрәнеп, тейешле ҡарар сығарырға ҡушты.